Ли Кашин фонды
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ли Кашин фонды (Li Ka Shing Foundation, 李嘉誠基金會) — 1980 йылда бизнесмен һәм филантроп (мохтаждарға ярҙам итеүсе) Ли Кашин Гонконгта нигеҙләгән хәйриә һәм венчур ойошмаһы. Медицина, белем алыу һәм мәҙәниәт проектарын, социаль эшҡыуарлыҡ программаларын инвестициялау менән шөғөлләнә, тәбиғәт ғәрәсәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итә. Фондты Ли Кашиндың элекке дуҫы, миллиардер Солина Чау ханым етәкләй. Ул да «Skype», «Facebook», «Spotify», «Waze», «Siri», «DeepMind», «Summly», «BitPay», «Bitstrips» һәм башҡа технологик проектарға аҡса һалған һәм фондтың инвестицион ҡанаты булған «Horizons Ventures» компанияһына етәкселек итә[2][3][4][5][6][7][8]. Фондтың штаб-квартираһы Чхёнкхон-сентер исемле күп ҡатлы йортта урынлашҡан[9].
Фонд Ли Кашина | |
Тип |
коммерцияға ҡарамаған ойошма |
---|---|
Нигеҙләү йылы |
1980 |
Нигеҙләүселәр |
Ли Кашин һәм Солина Чау |
Урыны | |
Эшмәкәрлек өлкәһе |
шәфҡәт күрһәтеү һәм социаль эшҡыуарлыҡ |
Дочерние организации |
Horizons Ventures |
Веб-сайт |
Ли Кашин фонды үҙенең проектарын Гонконгта, Ҡытайҙа, Тайванда, Японияла, Һиндостанда, Сингапурҙа, Австралияла, Бөйөк Британияла, Америка Ҡушма Штаттарында, һәм Канадала тормошҡа ашырған[10].