Математик индукция
математик иҫбатлау ысулы. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Математик индукция — математик иҫбатлау ысулы. Ул ниндәйҙер раҫлауҙың бөтә натураль һандар өсөн дөрөҫлөгөн иҫбат итеү өсөн ҡулланыла. Бының өсөн тәүҙә номерлы раҫлауҙың дөрөҫлөгө — индукцияның базаһы (базис) тикшерелә, ә артабан, әгәр номерлы раҫлау дөрөҫ булһа, артабанғы номерлы раҫлау ҙа дөрөҫ икәнлеге иҫбатлана — индукция аҙымы, йәки индукцион күсеү.
Ҡыҫҡа факттар Асыусы йәки уйлап табыусы, Вики-проект ...
Математик индукция | |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Мавролико, Франческо[d][1][2], Евклид[2], Бхаскара II[2], Якоб Бернулли[d][2], Блез Паскаль[d][2], Пьер Ферма[2] һәм Платон[3] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Математик индукция Викимилектә |
Ябырға
Индукция буйынса иҫбатлау домино принцибы тип аталған күренештә асыҡ күрһәтелергә мөмкин. Теләһә ниндәй һандағы домино һөйәге бер рәткә, һәр һөйәк ҡолағанда һис шикһеҙ үҙенән һуң килгән һөйәкте ҡолатырлыҡ итеп теҙелгән булһын, ти (индукцион күсеү ошонан ғибәрәт тә инде). Ул саҡта, әгәр беҙ беренсе һөйәкте этһәк (был индукцияның базаһы), бөтә һөйәктәр ҙә ҡолай.