Метаболизм
метаболизм / From Wikipedia, the free encyclopedia
Метаболи́зм (грек. μεταβολή — «әүерелеү, үҙгәреү»), йәки матдәләр алмашыныу — тере организмда тереклекте һаҡлау өсөн зарур химик реакциялар. Был процесстар организмға үҫергә һәм үрсергә, үҙ структураларын һаҡларға һәм тышҡы тәьҫиргә яуап бирергә мөмкинлек бирә.
Метаболизм ғәҙәттә ике ҡапма-ҡаршы процестан тора:
- катаболизм (энергетик алмашыныу) барышында ҡатмарлы органик матдәләр ябай матдәләргә тарҡалалар;был процесс барышында энергия бүленеп сыға.
- анаболизм (пластик алмашыныу) процессы барышында энергия сарыф ителеп аҡһым, шәкәр, май һәм нуклеин кислотаһы кеүек матдәләр барлыҡҡа килә.
Туҡланыу процессында организмға матдәлер килә. Уларҙы эшкәртеп, йәғни бик ябай өлөштәргә тарҡатып, организм тарафынан үҙлештерелеп, үҫеш өсөш төҙөлөш материалы ала. Был процесс тотороҡһоҙ барһын өсөн энергия кәрәк. Аҙыҡ энергия сығанағы булып тора.
Матдәләр алмашыныуы энергия әүерелеүе менән бәйләнгән. Аҙыҡтың ҡатмарлы матдәләре ябайҙарға тиклем тарҡалыуы һәм үҙләштерелеүе энергия бүленеү менән бергә бара. Матдәләр алмашаныуҙың барлыҡ реакциялары һәм энергияның әүерелеүе реакцияны тиҙләтеүсе катализаторҙар — ферменттар ҡатнашлығында бара. Аш һеңдереү ферменттары төкөрөктә, ашҡаҙан һутында, аш һеңдереү биҙҙәренең бүлендектәрендә була.