Мифология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мифология (грек. μυθολογία от μῦθος — «риүәйәт» «хикәйәт» һәм λόγος — «һүҙ», « хикәйә», «тәғлимәт өйрәнеү») — үҙгәреүсән ысынбарлыҡ шарттарында кеше аңының айырым формаһы, традицияларын һаҡлау ысулы[1]; ырыу-община фекерләүенең төп ысулы[2]; иң боронғо тирә-яҡ ысынбарлыҡты һәм кеше асылын аңлап ҡабул итеү (конципирование) юлы[3]. Үҙ эсенә халыҡ хикәйәттәрен (миф, эпос һ. б.) ала. Мифология фәнни дисциплиналар, мәҫәлән — сағыштырыу мифологияһы[4][5] (философия, тарих, филология) сиктәрендә, өйрәнелә.
Мифология | |
Ҡайҙа өйрәнелә | этнология, этнография һәм мифография[d] |
---|---|
Stack Exchange сайты | mythology.stackexchange.com |
Викимәғлүмәт документацияһы | Use 'Legend' - Q44342 - for stories of heroic humans һәм Legende (WikiData-Objekt Q44342) verwenden, wenn es um Geschichten über Menschen geht. |
Мифология Викимилектә |
Мифологиянан фольклорҙан айырыла: миф — ысын һәм тормоштағыға оҡшаш тип ҡабул ителергә тейеш булмаған фольклорҙан айырмалы рәүештә мифологик аң кешеһенең икеләнмәй ысынбарлыҡ тип ҡабул иткән донъя тураһындағы күҙаллауҙар йыйылмаһы. Фольклор донъяны художество-эстетик сағылдырыу һәм, мифология килтереп сығарған продукт булғанлыҡтан, уның теге йәки был һыҙаттарын һаҡлай, тик уға тиң булмай[6].
Н. Б. Мечковская был ыңғайҙан: «Мифология — халыҡтың коллектив аңының тәүге тарихи формаһы, практик, фәнни, нәфис танып-белеү тағы ла а дин элементтары берҙәм донъя картинаһы, дин элементтарынан торған, практик, фәнни, нәфис һәм танып белем тағы ла бер-береһенән айырырлыҡ түгел. Фольклор — был халыҡтың тарихи беренсе художество (эстетик) телмәр, телмәр-музыка, хореография, драма)»[7] коллектив ижады.
Мифтың төп маҡсаты — кеше башҡарған һәр бер мөһим ғәмәл өсөн өлгө, модель булыу. Миф кешегә тормош мәғәнәһен тойоп йәшәү мөмкинлеген биреп, көндәлек тормошто ритуаллаштырыуға хеҙмәт итә[8].