Мөгөҙ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөгөҙ — ҡуш тояҡлыларҙан мөгөҙлө һөтимәрҙәрҙең баштарындағы оро, сығынты. Был ғаиләгә ҡыуыш мөгөҙлөләр, һәнәк мөгөҙлөләр, боландар һәм жирафтар, шулай уҡ мөгөҙморондар инә. Бынан тыш, юҡҡа сыҡҡан бик күп башҡа һөтимәрҙәр бар: диноцерат, протоцератид, бронтотерий һәм башҡалар. Киң мәғәнәлә был һүҙ башҡа хайуандарҙың тәнендәге мөгөҙгә оҡшаш сығынтыларҙы атарға мөмкин, мәҫәлән, һөйрәлеүселәр (өс мөгөҙлө хамелеон , трицератопс) һәм ҡуңыҙ.