Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (әзерб. Нахчыван Мухтар Совет Сосиалист Республикасы) — Әзербайжан ССР-ы составындағы автономиялы республика. 1924 йылдың 9 февралендә ойошторола.
Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы | |
рус. Нахичева́нская Автоно́мная Сове́тская Социалисти́ческая Респу́блика әзерб. Нахчыван Мухтар Совет Сосиалист Республикасы | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 16 март 1921 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Нахичева́нская Автоно́мная Сове́тская Социалисти́ческая Респу́блика һәм Нахчыван Мухтар Совет Сосиалист Республикасы |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Naxçıvan MSSR һәм Нахичеванская АССР |
Рәсми тел | Әзербайжан теле һәм урыҫ теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт |
СССР Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы Әзербайжан |
Административ үҙәк | Нахчиван |
Административ-территориаль берәмек | Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы һәм Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d] |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Нахичеван Автономиялы Республикаһы |
Халыҡ һаны | 293 875 кеше (1989) |
Валюта | Совет һумы[d] |
Алмаштырылған | Нахичеван Автономиялы Республикаһы |
Алыштырған | Әзербайжан Демократик Республикаһы[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 17 ноябрь 1990 |
Майҙан | 5500 км² |
Рәсми дине | атеизм |
Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә |
1920 йылда төбәктә Ҡыҙыл Армия частары тора. Ошо йылдың 28 июлендә Нахичеван Совет Социалистик Республикаһы ойошторола. 1923 йылдың 27февралендә ул Нахичеван автономиялы крайы итеп үҙгәртелә һәм шул уҡ йылдың 16 июнендә ул Әзербайжан ССР-ы составына индерелә. 1924 йылдың 9 февралендә Нахичеван автономиялы крайы Нахичеван Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы итеп үҙгәртелә[1].
1936 йылдың 5 декабрендә, СССР-ҙың яңы Конституцияһына ярашлы, республика исеме «Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы» тип үҙгәртелә. 1990 йылдың 17 ноябренән — яңы Нахичеван Автономиялы Республикаһы атамаһы менән Әзербайжан Республикаһы составына инә[2][3].
Кавказ тауҙарының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 5,5 мең км² (Әзербайжан ССР-ы территорияһының 6,4 проценты). Халҡы — 2015 йылдың ғинуарына 439 800 кеше [4], ә 2009 йылғы иҫәп алыу буйынса 398 323 кеше, уларҙың 99,6 процентын әзербайжандар, 0,3 процентын — курдтар тәшкил итә. 1973 йылдың 1 ғинуарына республикала 215 мең кеше йәшәгән (Әзербайжан ССР-ындағы халыҡтың 4 проценты). Биш административ районға бүленгән, өс ҡала һәм ҡала тибындағы өс ҡасаба була. Әзербайжан телендә «Шарг гапысы» республика һәм рус телендә «Советская Нахичевань» гәзиттәре сыға.
Республиканың баш ҡалаһы — Нахчиван.