Нефть
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нефть — Ер аҫтынан сыға торған ҡараһыу төҫтәге май һымаҡ минераль шыйыҡлыҡ; ер майы (яғыулыҡ итеп, шулай уҡ кәрәсин, бензин, парафин һ.б. алыу өсөн сеймал итеп файҙаланыла)[1]; майлы, үҙенсәлекле еҫле шыйыҡса. Нефть, углеводородтарға ҡарап, төрлө ауырлыҡта була: ауыр, уртаса, еңел нефть. Был өс төр төҫө, ҡуйылығы, химик составы, тығыҙлығы менән айырыла.