Нибелунгтар тураһында йыр
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Нибелу́нгтар тураһында йыр» (немец. Nibelungenlied) — урта быуаттар герман эпик поэмаһы, XII быуат аҙғында — XIII быуат башында билдәһеҙ автор тарафынан яҙылған. Кешелектең иң билдәле эпик әҫәрҙәре иҫәбенә инә. Унда V быуат герман ҡәбиләләренең үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында һәм ул ваҡытта Көнсығыш Европала нығынып килгән германдар менән һәм Рейн ярҙарына янаған һундар менән туғанлыҡ бәйләнештәре урынлаштырырға тырышыуы бәйән ителә.
Нибелунгтар тураһында йыр | |
Нигеҙләү датаһы | 1200[1][2] |
---|---|
Атамаһы | Das Nibelungenlied |
Производная работа | Лоэнгрин[d], Кольцо нибелунга[d], Нибелунги[d], Годви или каменный портрет матери[d], Q109925396? һәм The Story of Sigurd[d] |
Сәнғәт формаһы | шиғыр[d] |
Жанр | эпос[d] |
Баҫма йәки тәржемә | I Nibelunghi[d], Niedola Nibelungów[d], The Lay of the Nibelungs[d] һәм The Nibelungenlied[d] |
Автор | билдәһеҙ |
Әҫәрҙең теле | средневерхненемецкий язык[d] |
Место действия | Королевство бургундов[d], Вормс[d], Вормсский собор[d], Империя гуннов[d] һәм Ксантен[d] |
Персонаждар | Зигфрид[d], Кримһильда, Гунтер[d], Хаген из Тронье[d], Брюнһильда, Рюдигер из Бехеларна[d], Этцель[d], Фолькер[d], Андвари[d], Helche[d], Гундомар I[d], Уте[d], Hadburg[d] һәм Piligrim of Passau[d] |
Первая строка | Uns ist in alten mæren wunders vil geseit |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Нибелунгтар тураһында йыр Викимилектә |
Поэманың сюжеты легендар франк геройы -«аждаһа менән көрәшеүсе» Зигфридтың бургунд принцессаһы Кримхильда менән никахына, Кримхильда менән ағаһы Гунтерҙың ҡатыны Брунгильда менән конфликты арҡаһында үлеме, ә һуңынан Кримхильданың һундар хакимы Этцель ярҙамында яратҡан беренсе ире Зигфридты үлтергәндәре өсөн үҙ ҡәбиләләштәре бургундтарҙан үс алыуы ваҡиғаларына нигеҙләнгән. Бөтә ваҡиғаларҙың катализаторы булып һәр ерҙә булған һәм бөтә нәмәне белгән яуыз серле өсөнсө көс — Хаген тора.