Никея империяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Никея империяһы[1] (грек. Αὐτοκρατορία τῆς Νίκαιας), шулай уҡ Никея батшалығы[2] (грек. Βασίλειον τῆς Νίκαιας) — тарихнамәлә дәүләттең дөйөм исеме. Ул Анатолияның төньяҡ-көнбайыш территорияһында 1204 йылда Константинополде тәре йөрөтөүселәр баҫып алғандан һуң барлыҡҡа килә һәм 1261 йылға тиклем ғәмәлдә була. Никея империяһы урта быуаттарҙа булған грек дәүләт берәмектәре араһында иң ҙуры һәм иң көслөһө була; уның императорҙары үҙҙәрен Византияның (Романия) ысын хакимдары тип иҫәпләүен дауам иткән, ә дәүләттең рәсми атамаһы Рим (ромео) батшалығы (Βασιλεία τῶν Ῥωμαίων) була .
Никея империяһы | |||
Αὐτοκρατορία τῆς Νίκαιας Βασίλειον τῆς Νίκαιας | |||
| |||
1204 — 1261
| |||
---|---|---|---|
Баш ҡала |
Никея | ||
Телдәр |
Урта грек теле | ||
Идара итеү формаһы | |||
Преемственность | |||
Никея империяһы Викимилектә | |||
Византиянан айырмалы рәүештә, Никея империяһында дәүләт үҙәкләштерелмәгән була. Атамаһына ҡарамаҫтан, Никея иң мөһим хәрби ҡәлғә ролен генә башҡара. Идара итеүселәр күп ваҡытын Нимфейҙың эгей резиденцияларында үткәрә, ә тәңкә ихатаһы менән ҡаҙна Магнезияла урынлашҡан була. Империя бер нисә тиҫтә йыл дауамында ике фронтта уңышлы һуғыш алып бара: көнбайышта Латин империяһы, Икенсе Болғар батшалығы һәм Эпир деспотаты менән; көнсығышта төрөктәр>ҙең Рум солтанлығынан Кесе Азияның көнбайышына табан таралып ултырыуын тотҡарларға тура килә. Бының өсөн бында айырым хәрби күскенселәр ҡатламы барлыҡҡа килә, һуңғылары акриттар тип йөрөтөлә. Никея империяһының төп маҡсаты Византияны тергеҙеү һәм Константинополде ҡайтарыу була. Маҡсаттарға өлгәшкәнгә тиклем Никея империяһы юғары хәрбиләштерелгән һәм ярайһы уҡ йәшәүгә һәләтле грек дәүләте була. Әммә уларға ирешкәндән һуң, дәүләтселек үҙәге Фракияға күсә. Тергеҙелгән Византия империя өсөн артыҡ хәүеф тыуҙырмаған Сербия, Болгария, Венеция, Генуя һәм Эпир менән оҙайлы һәм файҙаһыҙ көрәш башлай. Константинополь кире ҡайтарылғандан һуң, Сангария һәм Меандрҙың уңдырышлы һәм халыҡ тығыҙ йәшәгән үҙәндәре һаҡланмай башлай һәм 1280 йылдар аҙағында ул ерҙәрҙе төрөктәр баҫып ала, улар грек халҡын ҡыҫырыҡларға тотона. Шулай итеп, бер нисә тиҫтә йылдан һуң Никея империяһының грек-православие үҙәге төрөк-мосолман дәүләте формалашыу үҙәгенә әүерелә.