Паликир
From Wikipedia, the free encyclopedia
Палики́р (ингл. Palikir) — Микронезия Федератив Штаттарының баш ҡалаһы. Понпеи штатында урынлашҡан. Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшөндә, мәрйен рифтары менән уратып алынған вулкан сығышлы Понпеи утрауында урынлашҡан. 5000-дән саҡ ҡына кәмерәк халҡы булған ҡала Сокеш муниципалитетының бер өлөшө булып тора, унда 2010 йылда 6 647 кеше йәшәгән, ә ил халҡының дөйөм һаны 106 487 кеше тәшкил иткән. Понпеи утрауының төньяҡ-көнбайыш яғында урынлашҡан (утрауҙың халыҡ һаны — 34 789 кеше). Төньяҡ-көнсығышҡа табан утрауҙың иң ҙур торағы, яр буйы ҡалаһы Колониа урынлашҡан.
Ҡыҫҡа факттар Ил, Штат ...
Ҡала | |
Паликир ингл. Palikir | |
Ил |
Микронезия Федератив ШтаттарыМикронезия Федератив Штаттары |
---|---|
Штат |
Понпеи |
Координаталар | |
Климат тибы |
экваториаль |
Рәсми теле | |
Халҡы |
6647 человек (2010) |
Ябырға