Патера (планетология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Патера (лат. patera, мн. ч paterae) — Ер планетаһынан ситтә ятҡан дөрөҫ булмаған формалағы һәм сит-ситтәре тигеҙһеҙ кратерҙар. Патераларҙың күбеһе — вулкан кратерҙары[1][2][3]. Атама латин теленән алынған һәм антик мәҙәниәттә аллаларға бүләктәр алып барыу һәм башҡа маҡсаттар өсөн файҙаланылған бик үк тәрән булмаған табаҡты аңлата[4][5]. «Патера» термины планеталар исемлегендә файҙаланыла — объекттар атамаһы составына инә. Халыҡ-ара атамаларҙа (латин алфавитында яҙылған һәм Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан раҫланған) Patera һүҙе, планеталар исемлегендәге башҡа терминдар кеүек үк, ҙур хәреф менән яҙыла һәм атаманан һуң ҡуйыла (мәҫәлән, Dazhbog Patera — Дажьбог Патераһы)[6], ә урыҫ телендә был һүҙ атама алдынан ҡуйыла һәм бәләкәй хәреф менән яҙыла. Унан һуң был термин характеристика булараҡ ҡулланылыуы ла ихтимал (хатта таныш булмаған объектҡа ҡарата ла ҡулланыу мөмкин)[7][8].