Пилсудский Юзеф
поляк, хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр, тергеҙелгән Польша Республикаһының тәүге башлығы, польша армияһына нигеҙ һалыусы, Польша маршалы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ю́зеф Кле́менс Пилсу́дский (полякса Józef Klemens Piłsudski) 1867 йылдың 5 декабрендә Рәсәй империяһы Вилен губернаһы, Свенцянский өйәҙе (хәҙер — Литва, Вильнюс өйәҙе Швянчёнский районы) Залавас ауылында тыуған — 1935 йылдың 12 майында, Варшава) — поляк, хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр, тергеҙелгән Польша Республикаһының (1918—1939) тәүге башлығы, польша армияһына нигеҙ һалыусы. Польша маршалы.
Сәйәси карьераһын социалист һәм Поляк социалистик партияһы лидерҙарының береһе булып башлап, Беренсе донъя һуғышы йылдарында Поляк легиондарын (1914—1918) булдыра. Беренсе донъя һуғышының уртаһынан поляк сәйәсәтенә мөһим йоғонто яһай һәм европа сәйәси аренаһында әһәмиәтле фигураға әүерелә[8]. 1918 йылда Польша дәүләте башлығы булып китә, 1922 йылдан башлыҡ урынын биләп, 123 йыл дауамында Рәсәй империяһы, Германия һәм Австро-Венгрия империялары, бүлеп, ерен үҙ биләмәләренә ҡушҡан Польша Республикаһы йәғни Икенсе Речь Посполитаяны (1918—1939) тергеҙеүҙә иң мөһим роль уйнай. Был осорға алты һуғыш тура килә, шул иҫәптән 1920 йылғы Варшава янындағы алыш һөҙөмтәһендә Ҡыҙыл Армияның еңелеүе һәм 1921 йылғы Рига килешеүе менән тамамланған совет-поляк һуғышы. 1923 йылда, польша хөкүмәтендә Пилсудскийҙың дошмандары өҫтөнлөк алған осорҙа, ул бер нисә йылға әүҙем сәйәсәттән ситләшеп тора, әммә 1926 йылғы май түңкәрелешенән һуң вафатына тиклем ул ысын дәүләт башлығы булып ҡала.
Йәш сағында ул йәшерен ойошма ҡушаматтары Виктор (пол. Wiktor), Мечислав (пол. Mieczysław) һәм Зюк (пол. Ziuk[9]) менән билдәле була. Легиондарҙа хеҙмәт иткән осорҙан тарафдаштары араһында Комендант (пол. Komendant), Олатай (пол. Dziadek), Маршал (пол. Marszałek) ҡушаматтары менән йөрөтөлә.
Рәсәй империяһын, артабан Совет Социалистик Республикалар Союзын, улар территорияһында милләтсе хәрәкәттәргә ярҙам итеү юлы менән, ҡаҡшатыуға һәм тарҡатыуға йүнәлтелгән прометеизм сәйәси проекты авторы, һәм ул Ҡара диңгеҙҙән Балтик диңгеҙенә тиклем ерҙәрҙе биләгән «Междуморье» конфедерацияһы булдырыу идеяһына комплементар проект булған, һәм уның барлыҡҡа килеүе, Пилсудский ниәт иткәнсә,Үҙәк Европала Германия йә Рәсәй өҫтөнлөгөнән ҡотолоу мөмкинлеге бирер ине[10].
1917 йылдан Пилсудскийҙың сәйәси культы формалаша башлай һәм сәйәсмән үлгәндән һуң үҙенең апогеяһына етә[11]. Коммунистик осорҙа, 1945 йылдан 1989 йылға тиклем, Пилсудский шәхесе темаһы тыйылғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1988 йылда номиналь хаҡы 50 000 злотый тәшкил иткән һәм Пилсудскийҙың ҙур һыны төшөрөлгән һәм: «Бойондороҡһоҙлоҡҡа 70 йыл. Юзеф Клеменс Пилсудский» тип яҙылған көмөш тәңкә сығарыла. бөгөнгө көндә, ул идара иткән осорҙоң ҡайһы бер аспекттары бәхәсле тип иҫәпләнһә лә, Пилсудский исеме Польшала хөрмәт ителә, Пилсудский һәм уның менән дуҫлығы булмаған Дмовский Роман хәҙерге поляк милләтенең атаһы тип атала.