Планетарий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Планетарий — махсус көмбәәҙҙә йондоҙло күкте сағылдырып, йыһан донъяһына мөғжизәле сәйәхәт ҡылырға ярҙам итеүсе аппарат-йорт. Планетарийҙар бер-береһенән көмбәҙенең ҙурлығы, унда ҡуйылған апаратураның камиллығы менән айырыла. Иң ҙурҙары 100 метрҙан ашыу диаметрлы көмбәҙҙә йыһандың теләһә ниндәй нөктәһен хәрәкәттә кәүҙәләндерергә мөмкинлек бирә. Ундай планетарийҙар донъяла икәү. Башҡалабыҙ Өфөләге планетарийҙың көмбәҙе 8 метрлы.