Регби
From Wikipedia, the free encyclopedia
Регби—футбол (англ. rugby football) — күбеһенсә XIX быуатта барлыҡҡа килгән командалы спорт уйыны. Уйындың иң билдәле ике төрө — регби-15 һәм регбилиг (регби-13) берләшмәһе — инглиз телле дәүләттәрҙә регби-футбол (англ. rugby football) исеме аҫтында таралған. Уйын ҡағиҙәләре ике уйын өсөн дә бер, айырмалар уйынсылар һанына, уйын ваҡыты һәм башҡаға бәйле. Регби-15 һәм регбилиг менән Халыҡ-ара регби советы һәм Регбилиг халыҡ-ара федерацияһы алып бара. Уйындың башҡа төрҙәре менән дә (пляж һәм ҡар регбиһынан башҡа) был ойошмалар етәкселек итә.
Регби-футбол | |
Характеристика | |
---|---|
Категория |
команда уйыны |
Командалағы уйынсылар һаны |
15 тиклем |
Ҡорамалдар |
регби тубы |
Тәүге ярыштар | |
Халыҡ-ара федерация | |
Бәйле проекттар | |
Категория:Регби Портал:Регби |
Халыҡ-ара регби советы ҙур регби, американ-флэг, мини-регби, регби-7, ҡар регбиһы, тэг-регби, тач-регби һәм регби-10 уйынсылары һәм ойошмаларҙың халыҡ-ара бәйләнешен тәьмин итә. Регбилиг федерацияһы титул төрө, мастерс-регбилиг (өлкәндәр өсөн уйын), минилиг, модлиг, регби-9, регби-7, тэг-регби, тач-регби һәм коляскалы регби буйынса ярыштар ойоштороу менән мәшғүл. Регби-7 буйынса турнирҙар ике ойошма менән дә үткәрелә, әммә Олимпия спорт төрө статусын Халыҡ-ара регби советының уйыны алған.