Рим империяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рим империяһы (лат. Imperium Romanum, бор. грек. Βασιλεία Ῥωμαίων) — Боронғо Рим дәүләтселеге үҫешендәге республиканан һуңғы фаза, уға идара итеүҙең автократик формаһы һәм Европа менән Урта диңгеҙ буйында ҙур территоииялар биләү хас була. Донъяла бөтә Урта диңгеҙ буйына эйә булған берҙән-бер дәүләт. Рим империяһы йәшәүенең ваҡыт сиктәре беренсе император Октавиан Августан башлап, империяның Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүленгәненә һәм артабан Көнбайыш Рим империяһының ҡолауына тиклемге, йәғни б.э.т. 27 йылдан б.э. 476 йылға тиклемге арауыҡты алып торған. Рим империяһының Көнсығыш өлөшө Константинополдәге үҙәге менән 1000 йыл самаһы йәшәй.
Рим империяһы | |||||
лат. Imperium Romanum бор. грек. Βασιλεία Ῥωμαίων | |||||
| |||||
Б.э.т 27 йыл — 476
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала |
Рим, 330 йылдан — Константинополь | ||||
Эре ҡалалары |
Рим, Константинополь, Афины, Александрия, Анкара, Ереван, Милан, Лютеция | ||||
Телдәр |
латин, боронғо грек теле, урындағы телдәр | ||||
Дин |
дәүләт дине — Боронғо Рим дине, 380 йылдан һуң — христианлыҡ | ||||
Майҙаны |
117 йылда 4 790 000 км² ; | ||||
Халҡы |
88 000 000 кеше. (барлыҡ халыҡтың 25 %); | ||||
Идара итеү формаһы | |||||
Династия |
5 династия, 22 вәкил | ||||
Рим империяһы Викимилектә | |||||