Робин Уильямс
америка актёры, сценарист, продюсер һәм стендап-комик / From Wikipedia, the free encyclopedia
Робин Маклорин Уильямс (ингл. Robin McLaurin Williams; 21 июль 1951 йыл, Чикаго, Иллинойс, АҠШ — 11 август 2014 йыл, Тибурон, Калифорния, АҠШ) — америка актёры, сценарист, продюсер һәм стендап-комик. "Морк һәм Минди" комик сериалындағы роле арҡаһында популярлыҡ яулаған.
Робин Уильямс | |
Robin Williams | |
| |
Исеме |
Робин Маклорин Уильямс |
---|---|
Тыуған көнө |
21 июль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
11 август 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (63 йәш) |
Вафат урыны |
Тибурон, Калифорния, США |
Һөнәре |
актёр , Ҡалып:Комик |
Карьераһы |
1972—2014 |
Наградалары |
«Оскар» (1998) |
IMDb | |
Робин Уильямс Викимилектә | |
Уильямс экранда көслө һәм аяныслы ваҡиғалар менән һуғарылған ролдәрҙе сағылдыра[1][2]. Уның кино карьераһы бик күп билдәле режиссёрҙар эштәрен үҙ эсенә ала, мәҫәлән, «Попай» (1980), «Джуманджи» (1995), «Август Раш» (2007) һәм башҡалар[3]. «Аладдин» (1992) мультфильмында Ен персонажы уның тауышы менән яҙылған.
Үҙенең актёрлыҡ карьераһы осоронда Уильямс яҡынса 100 кинокартинала төшкән[4][5][6]. Ул «Комедия Эйнштейны » тип йөрөтөлә[7].
Иң яҡшы ир-ат роле өсөн өс тапҡыр «Оскар» премияһына лайыҡ булған. Уильямс «Умница Уилл Хантинг» фильмының икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн маҡтаулы статуэткаға лайыҡ була (1997). Ике тапҡыр «Эмми», алты тапҡыр «Алтын глобус», ике тапҡыр «Киноактёрҙар гильдияһы» премиялары һәм дүрт «Грэмми» статуэткаһы менән бүләкләнә [8][9]. Киноиндустрияны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Голливудтың «Дан аллеяһында» уның исемендәге йондоҙ урынлаштырылған.