Рюриковичтар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рюриковичтар — кенәз, бөйөк кенәз, һуңыраҡ шулай уҡ батша (Рәсәйҙә) һәм король (Галицкий-Волынь ерҙәрендә) булған Рюриктың — йылъяҙмалар буйынса Боронғо Рустең беренсе кенәзенең вариҫтары. Ваҡыт үтеү менән ырыу күп тармаҡтарға бүлгеләнә. Киев Русенең һәм уның тарҡалыуынан һуң барлыҡҡа килгән рус кенәзлектәренең күпселек хакимдары Рюриковичтар була.
Рюриковичтар | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 862 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Рюрик[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Повесть временных лет[d] һәм Рюриковичи (документальный цикл)[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1598 |
Рюриковичтар Викимилектә |
Тармаҡ вәкилдәренең береһе (Ростислав Михайлович вариҫтары) Венгрия-Хорватия короллегендә биләмә хакимдары була, айырым вәкилдәре Бөйөк Литва кенәзлегендә (Шварн) идара итә һәм Болгар батшалығында (Ростислав Михайлович) үҙ власын иғлан итә, Грузия батшалығы (Юрий Андреевич Боголюбский), Австрия герцоглығы һәм Штирия герцоглығы (Роман Данилович) хакимдаштары була, шулай уҡ, Бөйөк Пермь кенәзлеге һәм Моравия кенәзлеге хакимдары булыуҙары ла ихтимал. Рюриковичтарҙан иң һуңғы монарх батша Федор Иоаннович I һәм Василий Шуйский була.