Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте академияһы
Рәсәй Федерацияһының юғары хәрби уҡыу йорты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте академияһы (рус. Академия ФСБ России) — Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте һәм Рәсәйҙең башҡа махсус хеҙмәттәре, дуҫ дәүләттәрҙең махсус хеҙмәттәре өсөн офицерҙар әҙерләүсе юғары хәрби уҡыу йорто.
Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 26 апрель 1921 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Академия Федеральной службы безопасности Российской Федерации һәм Высшая школа КГБ СССР |
Ҡыҫҡаса атамаһы | АФСБ РФ һәм АФСБ РФ |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Рәсми сайт | academy.fsb.ru |
Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте академияһы Викимилектә |
Академия 1992 йылдың 24 авгусында Рәсәй Федерацияһы Президенты указы нигеҙендә Ф. Э. Дзержинский исемендәге КГБ юғары мәктәбе һәм һәм Сик буйы ғәскәрҙәре академияһы базаһында ойошторола.
Рәсәй Именлек хеҙмәте академияһы үҙ эсенә Криптография, элемтә һәм информатика институтын (ИКСИ) һәм составында ике — тәфтиш һәм контрразведка — факультет булған Оператив составты әҙерләү институтын ала[1]. Шулай уҡ айырым факультеттары бар: ситтән тороп уҡыу, тәржемә, сит ил гаржадндары өсөн махсус факультет, етәксе кадрҙар әҙерләү факультеты. 2018 йылдан академия начальнигы генерал-полковник Е. С. Сысоев була[2].