Сарафан
еңһеҙ ҡатын-ҡыҙ күлдәге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сарафан (бор.-урыҫ. сарафанъ; һүҙ, бәлки, төрк. särара(i) фарсы теленән sarārā)[1] — күлдәк рәүешендәге еңһеҙ ҡатын-ҡыҙ кейеме. Сарафандар туҡымалары һәм беселеше буйынса айырыла. Сарафандарға оҡшаш күлдәктәрҙе Төньяҡ, Үҙәк һәм Көнсығыш Европала кейгәндәр.[2]
Сарафандар күп кенә славян халыҡтарында популяр булған, әммә Рәсәйҙә генә ул милли символға әүерелә. Сарафан — нәфислек һәм наҙлылыҡ һәм славян ҡатын-ҡыҙы символы булып тора.