Себер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Себер — Көнбайыштан Урал тауҙары менән, көнсығыштан — Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш тѳбәктәре, төньяҡтан — Төньяҡ Боҙло океан, көньяҡтан — Рәсәйгә сиктәш дәүләттәр (Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡытай) менән сикләнгән Евразияның[1] төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге бик ҙур географик тѳбәк.
Хәҙерге заманда Себер һүҙе, ҡағиҙә булараҡ, алда аталған географик сиктәрҙәге Рәсәй Федерацияһының территорияһы тип ҡабул ителә, ә тарихи төшөнсә булараҡ, үҙенең йәйрәп ятҡан сиктәре эсенә Себер үҙенең эсенә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнсығышын һәм тотош Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышын да алған.
Себер Көнбайыш Себергә һәм Көнсығыш Себергә бүленә, ҡайһы саҡта Көньяҡ Себер (таулы өлөшөндә), Төньяҡ-Көнсығыш Себер һәм Урта Себер тигән төшөнсәләр ҙә ҡулланыла. Рәсәй составына XVI—XVII быуаттарҙа ингән. Географик Себер майҙаны — 9,8 млн км² (Рәсәй территорияһының 57 % яҡыны).
Географик Себер сиктәрендә йәшәгән халыҡ һаны — 24 757 359 кеше (2016).