Сеймал
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сеймал йәки сей материа́л — кеше йоғонтоһон аҙ кисергән һәм артабан эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән әҙерләмә. Беренсе сиратта сеймал табыу сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукты булып тора. Шулай уҡ ҡайһы бер сәнәғәт ҡалдыҡтары сеймал сығанағы булып тора һәм продукция сығарыу өсөн ҡулланыла (икенсел сеймал), шулай уҡ сәнәғәттә тәбиғигә алмаш яһалма сеймал (пластмасса, яһалма тире) етештерелә.
Сеймал | |
Ҡапма-ҡаршыһы | промышленный продукт[d] |
---|---|
Сеймал Викимилектә |
Сеймалды кеше генә түгел, хайуандар ҙа ҡуллана (мәҫәлән, ҡоштар ояһын ҡороу өсөн сеймал итеп сыбыҡ-сабыҡ файҙалана).
Атап әйткәндә, сеймал иҫәбенә иген, ағасташ, файҙалы ҡаҙылмалар инә, улар файҙалы продукттар етештереү процесында ярымфабрикат сығарыу маҡсатына тотонола йәки инде әҙер продукция сығарыу өсөн тәғәйенләнә.
Продукция берәмегенә кәрәкле сеймал күләме — сеймал сығымы.