Секунд
ваҡыт үлсәү берәмеге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Секунд (с, s) — ваҡыт үлсәү берәмеге. СИ Үлсәү системаһында һәм СГС (сантиметр-грамм-секунда) системаһында төп ваҡыт үлсәү берәмеге.
Бынан тыш секунд МКС, МКСА, МКСК, МКСГ, МКСЛ, МСК, МСС, МКГСС һәм МТС системаларында ла төп берәктерҙәң береһе һанала, ваҡыт үлсәү берәмеге булып тора[1].
Үлсәү һәм үлсәмдәр буйынса XIII Генераль конференцияла (1967)
Секунд — төп хәлдәге цезий - 133 атомының үтә йоҡа ҡатламы аша уткән 9 192 631 770 нурланыш периодына тигеҙ. |
тип билдәләнә.
1997 йылда Халыҡ-ара үлсәүҙәр һәм берәмектәр системаһы комитеты (МКМВ) был билдәләмә цезий атомының К буйынса 0 температуралағы тынлыҡ хәленә тура килә тип аныҡлап үтә.
Термин XVIII быуатта латынь телендәге secunda( pars minuta secunda һүҙ бәйләнешенән ҡыҫҡартып алынған) — «сәғәттең икенсе ваҡ өлөшө" тигәнде аңлата, йәғни, сәғәттең беренсе ваҡ өлөшө»нән айырмалы (pars minuta prima).