Селус
From Wikipedia, the free encyclopedia
Селус — Танзанияла һәм бөтә Африкала иң ҙур һаҡланған территория, резерват статусын йөрөтә. Майҙаны 54 600 км²[1], был ил территорияһының яҡынса 5 процентын тәшкил итә, шуларҙың 5 120 000 га (51 200 км2) резерваттың территорияһы[2], ҡалған территория — административ яҡтан уның составына ингән Удзунгва-Маунтис һәм Микуми милли парктары[3]. Танзанияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Дар-әс-Сәләм ҡалаһынан 219 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1]. Паркта Руфиджи йылғаһы аға. Саваннаның типик йәнлектәре йәшәй: филдәр, бегемоттар, жирафтар, арыҫландар, леопардтар, крокодилдар һәм башҡалар.
Селус | |
---|---|
ингл. Selous Game Reserve | |
Категория МСОП — IV (Территория управления видами или местообитаниями) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 5 120 000 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1922 йыл |
Урынлашыуы | |
9°00′ ю. ш. 37°24′ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Тандуру |
selousgamereserve.net | |
Селус Викимилектә |
Парк буйлап гну антилопаларының ике төр ареалы араһында сик үтә , һәм был масаи жирафы йәшәгән ареалдың иң көньяҡ нөктәһе. Уның территорияһында яҡынса 350 төр ҡош йәшәй, ә үҫемлектәр һаны 2000 төрҙән ашыу.
Парк 1922 йылда һунар резерваты булараҡ ойошторола[1], хәҙерге ваҡытта шулай уҡ башлыса һаҡланған һунар резерваты булараҡ сафари өсөн ҡулланыла, территорияның тик 5 проценты ғына (Төньяҡ Селус) рекреацион туризм (фотосафари) өсөн тәғәйенләнгән, унда һунар тыйылған[1]. Резерват территорияһында халыҡтың даими йәшәүе тыйыла, туристар һәм һунарсылар башлыса Төньяҡ Селуста урынлашҡан ҡунаҡханаларҙа һәм һунар лагерҙарында йәшәй[1]. 1982 йылда ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән, парк территорияһында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, Руфиджи йылғаһында ГЭС төҙөү һәм браконьерлыҡ арҡаһында 2014 йылдан ЮНЕСКО-ның хәүеф аҫтында булған бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән[2]. Фредерик Кортни Селустың хөрмәтенә аталған, ул — урындағы фаунаны һәм уны һаҡлау һәм төрҙәрҙе һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнгән һунарсы[3], 1917 йылда Беренсе донъя һуғышы ваҡытында һәләк булған.