Семит телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Семит телдәре — афразия йәки семит-хамит телдәре менән бер ғаиләлә торған, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ һәм Көнсығыш Африканы берләштереүсе макро тел ғаиләһе[1], йәғни бер нисә бер -береһенә яҡын торған, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйле эре телдәр өсөн уртаҡ тел ғаиләһе.
Хәҙерге ваҡытта киң таралған семит телдәре
- ғәрәп теле (240 млн кеше өсөн туған тел[2][3], был телдә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 300 миллион кеше), уның артынан шулай уҡ күп һанлы һөйләшеүселәре булған
- амхар теле (25 миллион),
- тигринья (9 млн)
- иврит (8 млн)
- яңы арамейлы ассирия теле (1-2 млн)
- мальта теле (371900)