Смоленск
Рәсәйҙәге ҡала / From Wikipedia, the free encyclopedia
Смоленск (рус. Смоленск) — Рәсәйҙең көнбайышындағы ҡала, Смоленск өлкәһенең административ, сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге. Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаларының береһе (йылъяҙмаларҙа тәүге тапҡыр 863 йылдарҙа телгә алына). «Герой-ҡала» маҡтаулы исемен йөрөтә (1985 йылдың 6 майынан). Ленин ордены һәм Беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә.
Ҡала | |||||
Смоленск | |||||
| |||||
Ил |
РәсәйРәсәй | ||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Ҡала округы |
Смоленск ҡала округы | ||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
3 район | ||||
Башлыҡ |
мэр
| ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
863 | ||||
Майҙаны | |||||
Бейеклеге |
242 м | ||||
Климат тибы |
умеренно-континентальный | ||||
Халҡы |
329 853 кеше (2017) | ||||
Тығыҙлығы |
1982,89 кеше/км² | ||||
Конфессиональ составы |
православ христиандар | ||||
Этнохороним |
смоленсклы | ||||
Телефон коды |
+7 4812 | ||||
Почта индексы |
214XXX | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
67 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Рәсми сайт |
smoladmin.ru | ||||
бүләктәр | |||||
Рәсәй тарихында «ҡалҡан ҡала», «Рәсәй ҡалҡаны» һәм «асҡыс ҡала» булараҡ билдәле, ул күп быуаттар дауамында Мәскәүҙе ышаныслы һаҡлаусы булып тора, уны Европа илдәре һөжүменән һаҡлай. Фетнәле ваҡытта Смоленск халҡының батырлығы һәм фиҙакәрлеге арҡаһында Речь Посполитая короле Сигизмунд III-нең күп һанлы армияһы туҡтатыла. 20 ай буйы ҡәлғәлә ҡамауҙа ҡалған Смоленск халҡының ныҡышмалылығы һәм илһөйәрлеге сауҙагәр Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский етәкселегендәге Икенсе халыҡ ополчениеһының поляк-литва интервенттары оккупацияһына ҡаршы ихтилалға күтәрелеү өсөн өлгө булып тора.
Ҡала Мәскәүҙән көнбайышҡа табан 378 км (автомобиль юлы буйынса — 410 км) алыҫлыҡта, Днепрҙың үрге ағымында урынлашҡан. Мәскәүҙән иң алыҫ административ үҙәк булып тора, баш ҡала төбәге менән туранан-тура сиктәш. Мәскәүҙән Белоруссияға, Балтик буйы илдәренә, Үҙәк һәм Көнбайыш Европа илдәренә барған маршруттарҙа урынлашҡан. Ҡала көнбайыштан көнсығышҡа табан 25 км һәм төньяҡтан көньяҡҡа 15 км һуҙылған. Уның территорияһы 166,35 км². Халҡы — 312 896 кеше (2023 йыл).