Соня Хени
From Wikipedia, the free encyclopedia
Соня Хени (норв. Sonja Henie; 8 апрель 1912 йыл — 12 октябрь 1969 йыл) — Норвегия фигурисы, яңғыҙҙар разрядында һәм парлы шыуыуҙа сығыш яһай, артабан Америка актёры.
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында яңғыҙ шыуыу буйынса тәүге һәм берҙән-бер өс тапҡыр Олимпия чемпионы (1928, 1932, 1936). Фигуралы шыуыуҙа алтын олимпия наградалар һаны буйынса (3-әр) рекордты Гиллис Графстрём һәм Ирина Роднина менән бүлешә). Донъя чемпионатының (1927—1936) ун тапҡыр еңеүсеһе һәм алты тапҡыр Европа чемпионы (1931—1936).
1936 йылда 24 йәшендә һәүәҫкәр спортты ҡалдырып, боҙҙағы балетта голливуд йондоҙона әйләнә. 1927—1958 йылдарҙа Голливудта 15 фильмда (иң билдәлеһе — «Ҡояшлы үҙән серенадаһы») төшә. 1941 йылда Америка гражданлығы ҡабул итә.