Сталин репрессиялары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сталин репрессиялары — СССР-ҙа сталинизм дәүерендә (1920-се йылдарҙың аҙағы — 1950-се йылдарҙың башы[1][2]) башҡарылған массауи сәйәси репрессиялар[3]. СССР-ҙың эске эштәр министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, 1921—1954 йылдар арауығында 3 777 380 кеше репрессияланған, шул иҫәптән: үлем язаһына — 980 642 кеше, лагерҙарҙа һәм төрмәләрҙә ултырыуға — 2 369 220 кеше, һөрөлөүгә һәм ситкә ҡыуып сығарыуға — 765 180 кеше тарттырылған[4]. 1953 йылға ҡарата СССР халҡының 0,34 %, 1,26 % һәм 0,4 % тәшкил итә.
Сталин репрессиялары | |
Кем хөрмәтенә аталған | Сталин Иосиф Виссарионович |
---|
«Оло террор» Н. И. Ежовтың НКВД-ы башлығы вазифаһына тәғәйенләнеүенән, уның СССР НКВД-һының 1937 йылдың июлендәге 00447-се һанлы бойороғо баҫтырылып сығыуҙан башлана. Әлеге осор НКВД-ла, милицияла киң масштаблы ҡулға алыныуҙар һәм Н. И. Ежов урынына НКВД башлығы вазифаһына Л. П. Берияны ҡуйыу менән 1938 йылдың сентябрь-октябрендә тамамлана. 1938 йылдың 17 ноябрендәге СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты ҡарары буйынса НКВД һәм прокуратура органдарына ҡулға алыу һәм һөрөү буйынса ниндәй ҙә булһа массауи операциялар үткәреү тыйыла, шулай уҡ СССР НКВД-һының махсус бойороҡтары буйынса булдырылған суд тройкалары бөтөрөлә[5][6]. Ошо осор эсендә 681 692 кеше атып үлтерелә. Сәйәси мотивтар буйынса барыһы 1 372 382 кеше ҡулға алына[7].
Шәхсән Сталиндың һәм ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһының «Сталин атыу исемлеге» буйынса 44 893 кеше (1937—1938 йылдарҙа — 43 768 кеше, 1940—1950 йылдарҙа — 1 251 кеше), күпселектә өҫтөнлөк иткән НКВД һәм РККА идаралыҡ структуралары ағзалары хөкөм ителә. Барыһы ла тиерлек атып үлтерелә[8]. 1937—1938 йылдар эсендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты ағзаларының 78 % һәләк була. Иң ҡаты таҙартыуҙарға НКВД органдары дусар ителә.