Суза
From Wikipedia, the free encyclopedia
Суза (фарс. شوش (Šuš) — Шуша, йәһ. שושן — Шушан) — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Ирандың хәҙерге Хузистан провинцияһы биләмәһендә урынлашҡан. Б.э.т. III—I мең йыллыҡтарҙа Элам дәүләтенең баш ҡалаһы.
Б.э.т. VI—IV быуаттарҙа Сузиана үҙәге, Әһәмәниҙәр дәүләтенең баш ҡалаһы. Б. э. т. III быуаттан — б.э. III быуатына тиклем Парфия батшалығының баш ҡалаһы. III—VII быуаттарҙа Сәсәниҙәр дәүләтендә баш ҡала.