Таймыр ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Таймыр дәүләт тәбиғәт биосфераһы ҡурсаулығы (рус. Госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник «Таймы́рский») — Рәсәйҙә иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙың береһе. Красноярск крайының төньяғында, Таймыр ярымутрауында урынлашҡан. 1979 йылдың 23 февралендә ойошторола.
Таймыр ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 1781928 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 23 февраль 1979 йыл |
Урынлашыуы | |
74°06′ с. ш. 98°00′ в. д.HGЯO | |
zapovedsever.ru/index.php | |
Таймыр ҡурсаулығы Викимилектә |
Таймыр ҡурсаулығы кластер характерына эйә һәм 4 биләмәнән тора. «Бикада» һаҡланыусы зонаһы һәм Арктика бүлексәһе ҡурсаулыҡҡа 1994 йылда ҡушыла. Быға тиклем «Бикада» зонаһы округ буйһоноуындағы заказнигы була, ул һарыҡ-үгеҙ популяцияһын һаҡлау өсөн тәғәйенләнә; ә Арктика филиалы Ҙур Арктика ҡурсаулығы участкаһы булараҡ проектлана. 2013 йылдың 20 мартынан Таймыр ҡурсаулығы үҙ аллы учреждение булыуҙан туҡтай һәм Путоран һәм Ҙур Арктика ҡурсаулығы менән бергә «Таймыр ҡурсаулыҡтары» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы составына инә[1].
1995 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән Таймыр ҡурсаулығы биосфера ҡурсаулығы статусын ала.