Тормош
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәшәү (лат. vita) — биология һәм философияның төп төшөнсәһе — материяның тыуғандан алып вафат булғанға тиклем үҙендә мотлаҡ рәүештә терелек үҙенсәлектәрен сағылдырған әүҙем йәшәү формаһы[1][2][3]; организмда барған матдәләр алмашыныуын һәм уның күҙәнәктәргә бүленеүен йәки үрсеүен ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген биргән физик һәи химик процестарҙың йыйылмаһы. Тере күҙәнәк, тирә-йүндәге мөхиткә яраҡлашып, организмдарҙың күп төрлөлөгөн формалаштыра (күҙәнәктән ситтә йәшәү булмай, вирустар вирион тип аталған генетик материалды күҙәнәккә күсереп ултыртҡас ҡына тере материя сифатына эйә була). Тере материяның төп атрибуты — репликация өсөн файҙаланылған генетик мәғлүмәт.
«Йәшәү» төшөнсәһен уның йәшәү булмаған тороштан айырып күрһәтеүсе сифаттарын һанап үтеү ярҙамында ғына бер ни тиклем аныҡ билдәләү мөмкин. Әлеге мәлгә йәшәү төшөнсәһенә ҡағылышлы берҙәм генә фекер юҡ, әммә дөйөм алғанда ғалимдар йәшәүҙең биологик сағылышын түбәндәгесә һүрәтләй: ойоша белеү (юғары тәртиптәге ), метаболизм (тирә-йүндәге мөхиттән энергия алыу һәм уны үҙенең яйға һалынғанлығын тәртиптә тотоу һәм көсйтеү), үҫешеү (үҫеүгә һәләте), ҡулайлашыу (үҙ мөхитенә ҡулайлашыуы), ҡуҙғытҡыстарға реакцияһы (тирә-йүндәге мөхиткә әүҙем иғтибар итеү), үрсеү (тере йән үрсей) һәм үҙгәреп тороуы. Һәр тере организмға кәрәкле булған генетик мәғлүмәт унда тарҡала, хромосомдарҙа тотола, һәр индивидиумдан уның киләсәк быуынына тапшырыла[4][5]. Шулай уҡ йәшәү организмдың торошон сағылдыра, тип әйтергә мөмкин.
Шулай уҡ «йәшәү» һүҙе айырым алынған организмдың уның донъяға килеүенән алып вафатына тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала.[6].