Тәбиғәт һәләкәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Стихиялы афәт — халыҡтың нормаль эшмәкәрлеген һәм тормошон боҙоусы, һәләкәткә, ҡыйралыш-емереүҙәргә һәм матди байлыҡтарҙы юҡ итеүгә алып килгән, ғәҙәттән тыш хәлгә тарытҡан тәбиғәт күренеше.
Стихиялы бәлә-ҡаҙалар бер-береһенә бәйле лә, бәйһеҙ ҙә була ала, береһе арҡаһында икенсеһе барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Ҡайһы берҙәре айырым кешенең эшмәкәрлегенә бәйле. Бигерәк тә карьерҙар ҡаҙыу эштәре хәүеф тыуҙыра: йыш ҡына ишелмәләр, ҡар өйөмө ябырылыуы, тау боҙлоғоноң емерелеп төшөүе күҙәтелә.
Килеп сығыуының сәбәбенә ҡарамаҫтан стихиялы бәлә-ҡазалар ҙур масштабтары һәм төрлө дауамлылығы (оҙайлылығы) — бер нисә секунд-минуттан (ер тетрәүҙәр,ҡар өйөмдәре ишелеүе, лимнологик катастрофалар) бер нисә сәғәткә тиклем (сил), көндәр (ишелмәләр) һәм айҙар буйы (һыу ташҡыны) менән айырыла. Стихиялы бәлә-ҡазалар бер нисә төргә бүленә.