Уйғыр яҙмаһы
уйғыр теленең яҙмаһы. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Уйғыр яҙмаһы — уйғыр теленең яҙмаһы. Төрлө осорҙа һәм төрлө илдәрҙә уйғыр теле яҙмаһы өсөн яҙманың төрлө системаһы — иҫке уйғыр яҙмаһы, ғәрәп яҙмаһы, кириллица һәм латиница ҡулланылған.
- Иҫке уйғыр яҙмаһы — VIII—XIX быуаттарҙа
- Ғәрәп яҙмаһы — XI быуаттан СССР-ҙа 1930 йылға тиклем; ҠХР-ҙа хәҙерге заманға тиклем (1960—1980 йылдар осоронан тыш)
- Латиница — 1930—1947 йылдарҙа СССР-ҙа; 1960—1980 йылдарҙа ҠХР-ҙа
- Кириллица — 1947 йылдан СССР-ҙа һәм БДБ илдәрендә; 1956—1957 йылдарҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһында тырышып ҡарау
Әлеге ваҡытта уйғыр теле ике рәсми яҙма стандартына эйә — ҠХР-ҙа ғәрәп алфавиты нигеҙендә һәм БДБ илдәрендә кириллица нигеҙендә.