Уйғыр ҡағанлығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уйғыр ҡағанаты, Уйғыр-Орхон ҡағанаты (Тогуз-Уғыҙ дәүләте) — беҙҙең эраның VIII—IX быуаттарында Көнсығыш-төрки ҡағанатына алмашҡа килгән дәүләт берләшмәһе. Ибн Хордадбех уйғырҙарҙың (токуз-уғыҙ) ере тураһында былай тип хәтерләй: «Уларҙың өлкәһе төрки илдәренең иң ҙуры, ул Ҡытай, Тибет һәм ҡарлуҡтар менән сиктәш»[2].
Уйғыр ҡағанлығы | |
Флаг | |
Нигеҙләү датаһы | 744 |
---|---|
Рәсми тел | карлукские языки[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Хара-Балгас[d] |
Идара итеү формаһы | монархия |
Ҡулланылған тел | орхоно-енисейский язык[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 840 |
Майҙан | 3 000 000 км²[1] |
Рәсми дине | Тәңреселек һәм манихейство[d] |
Уйғыр ҡағанлығы Викимилектә |
Унан алда күсмәндәрҙең иртә дәүләт берләшмәләре булған:
- беренсе, иң тәүге ҡағанат 323 йылда Хангайҙа ойошторола һәм 200 йыл самаһы йәшәй;
- икенсе ҡағанат 523 йылда барлыҡҡа килә һәм 80 йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ йәшә, Төрки ҡағанаты тарафынан 603 йылда юҡ ителә.
Тағы ла бер ҡағанат 647—689 йылдарҙа йәшәй[3].
140 йылдан һуң Көнсығыш-төрки ҡағанатының элекке территорияларында Өсөнсө Уйғыр ҡағанаты барлыҡҡа килә. 840 йылда был дәүләт Енисей ҡырғыҙҙары менән 20 йыллыҡ һуғыштан һуң юҡ ителә. Ҡырғыҙҙар ҡыҫымы өҫтәнда уйғырҙар көньяҡҡа Көнсығыш Төркөстанға күсенә. Уларҙың дәүләтселеге Ганьсуҙың көнбайышында һәм Турфан оазисында йәшәүен дауам итә.
Башта уҡ уйғырҙарҙың 500 кешегә тиклем бер өлөшө[4] Амур йылғаһының урта ағымына тиклем шивэй ҡәбиләһе һәм хәҙерге Эске Монголия территорияһында урынлашҡан татаб (хи) ҡәбиләһе ерҙәренә күсенә, әммә 847 йылда ҡырғыҙҙар Амурға уйғырҙарға һәм шивэй ҡәбиләһенә ҡаршы поход ойоштора, ә ҡытайҙар — хи ҡәбиләләренә ҡаршы, шунан һуң уйғырҙарҙың был өлөшө Көнсығыш Төркөстанға ҡаса[5].
Барыһы өсөн дә дөйөм — уйғыр исеме ҡабул ителә. Өсөнсө Уйғыр ҡағанаты уйғырҙарҙың ултыраҡ тормош билдәләре күренгән феодаль дәүләт була. Унда малсылыҡ, игенселек, шулай уҡ һөнәрселек һәм кәсепселек, ҡала һәм ҡәлғәләр төҙөү үҫешә. Төрки ҡағанаттарының быға тиклем булған осраҡтағы кеүек үк, баш ҡалаһы функцияһын Орхон (Хар-Балгас һәм Бешбалык ҡалалары). Шуға ҡарамаҫтан, уйғырҙарҙың матди мәҙәниәте тәрән үҙәк-азиат тамырҙарына эйә, тап уйғырҙар үҙәк-азиат далаларында ултыраҡ тормош цивилизацияһын индерә башлағанбар тип тамыры азия, үҙәк ҡала нарком нән башлана кәмһеткәндәр уйғыр далаларына ултыраҡ цивилизация[6].