Урман
From Wikipedia, the free encyclopedia
Урман — ҙур майҙанды алып торған ҡуйы эре ағаслыҡ[1]; ағас үҫемлектәр менән ҡапланған Ер йөҙөнөң бер өлөшө. Урмандар 380 млн йылдар элек девон осоронда барлыҡҡа килгән. Урмандар ҡоро ерҙең 27 %, 3,4 млрд га майҙанын биләп тора, 30 проценты — ылыҫлы, 70 проценты япраҡлы ағас.
Әлегә урмандар ҡоро ерҙең яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил итә һәм Ер йөҙөндә һауа һулаусы тормош өсөн бик әһәмиәтле роль уйнай. Урмандарҙа, ағас һәм үҫемлектәрҙән башҡа, үҙенә генә төрлө микроорганизмдар, бөжәктәр һәм хайуандарҙы алған үҙенсәлекле ҡатмарлы экосистема барлыҡҡа килә.