Футбол буйынса Европа чемпионаты
From Wikipedia, the free encyclopedia
К:Проект:Футбол:Последняя правка в 2023 году
Футбол буйынса Европа чемпионаты | |
UEFA European Football Championship | |
Нигеҙ һалына |
1960 |
---|---|
Регион | |
Ҡатнашыусылар һаны |
24 (финал) |
Ғәмәлдәге еңеүсе |
Италия (2 титул) |
Иң титуллы | |
Сайт |
uefa.com |
Футбол буйынса Европа чемпионаты 2024 | |
Шаблон: просмотр • обсуждение • править |
Чемпиона́т Евро́пы по футбо́лу, ҡыҫҡаса Евро (ингл. UEFA European Championship, UEFA Euro) — милли йыйылмаларҙың УЕФА етәкселегендә үткән төп ярышы. Ярыштар 1960 йылдан алып 4 йылға бер үткәрелә һәм донъя чемпионаты араһында үтә. Башта турнир Европа милләттәре Кубогы тип атала, ә 1968 йылда исеме футбол буйынса Европа чемпионаты тип үҙгәртелә, һәм турнир рәсми статус ала[1].
Турнирға башланыр алдынан ҡабул итеүсе илдәрҙән башҡа (улар автоматик рәүештә квалификация үтә) бөтә командалар ҙа квалификациялауҙа ҡатнаша.
Европа чемпионатының финал турнирҙары, 2020 йылды иҫәпкә алмағанда (COVID-19 пандемияһы арҡаһында ул кисектерелә), 4 йылға бер тапҡыр үткәрелә. Һайлап алыу турниры менән бергә ул 2 йыл дауам итә.
2008 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу ярыштарында 50 команда ҡатнаша. Финал турнирында 24 команда ҡатнаша: һайлап алыу турниры йомғаҡтары буйынса шундай хоҡуҡ алған 23 команда һәм ҡабул итеүсе илдең йыйылма командаһы. 2000, 2008 һәм 2012 йылдарҙа чемпионатты ике ил ҡабул итә, турнир форматы уға тиклем 16 команда менән генә сикләнгән була. Европа кубогын беренсе булып СССР йыйылма командаһы яулай.