Шпионаж
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шпионаж йәки шпионлыҡ[1] — сит ил дәүләттәре органдарының (уларҙың агенттарының) законһыҙ разведка эшмәкәрлеге. Был, ҡағиҙә булараҡ, сит дәүләт махсус хеҙмәттәренең рәсми рәүештә йәшерен тип иғлан ителгән мәғлүмәттәрҙе (дәүләт серен) урлауын күҙ уңында тота.
Шпион — конфликтта булған яҡтарҙың береһе тураһында икенсеһе файҙаһына мәғлүмәт йыйыу менән йәшерен шөғөлләнеүсе кеше. Мәғәнәһе яғынан «разведчик» һүҙенә яҡын, әммә унан дөйөм кире мәғәнәһе һәм ҡулланыуҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән айырыла.
Шпион тип ғәҙәттә йә төрлө йәшерен ысулдар менән (аңдып ҡарау һәм аңдып тыңлау, шул иҫәптән махсус техник саралар ҡулланып), йә дошман яғына индерелеп йәғни үҙен уның яҡлы итеп күрһәтеп, йә был ике ысулды бергә ҡушыу юлы менән ҡаршы яҡ тураһында мәғлүмәт табыусыны атайҙар. Сит ил разведкаһының штаттағы хеҙмәткәре лә, сит ил разведкаһы тарафынан вербовкаланған һәм эше, хәрби хеҙмәте буйынса йә шәхси бәйләнештәре аша билдәле булған йәшерен мәғлүмәттәрҙе ошо разведкаға тапшырыусы кеше лә шпион тип атала.
ШПИОН м. -нка ж. франц. соглядатай, лазутчик, скрытный разведчик и переносчик, южн. зап. шпег, польск. Шпионить, -нничать, -нствовать, соглядать, лазутничать, лазутить; подсматривать, подслушивать, выведывать, что у одной стороны, и передавать противной; служить лазутчиком. У него все шпионские приёмы. Шпионство, в военное время, считается дозволенным.
— Владимир Иванович Даль. Толковый словарь живого великорусского языка
Рус телендәге кеүек башҡорт телендә лә «шпион» һүҙе кире мәғәнәғә эйә. Был иң тәүҙә уның фиғыл-ҡыланыштары менән бәйле: йәшерен тыңлау һәм йәшерен ҡарау (күҙәтеү), ышанысҡа инеп, уны насар маҡсатта файҙаланыу, мәкерлек һәм алдашыу) – быларҙы йәмғиәттә ҡабул ителгән этика хупламай.
Шпионлыҡ итеү — «разведка эше менән шөғөлләнеү» тигән төп мәғәнәһенән тыш «йәшерен күҙәтеү, насар ниәттәр менән ҡарап тороу тигәнде лә аңлата. Шунлыҡтан башҡа дәүләттәрҙә ошо уҡ ысулдар менән мәғлүмәт табыусы үҙ илеңдең тышҡы разведка агенттарын «шпион» тип түгел, ә «разведчик» тип атау ҡабул ителгән.