Эйәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эйәр — рус. Седло́ - һыбай һәм йөк ташыу өсөн менге малдың һыртына һалына торған ҡулайлама, амуниция өлөшө.
Иң таралған төрө - ат эйәре, дөйә һәм фил өсөн эшләнгән махсус эйәрҙәр ҙә була[1][2].
Бик боронғо осорҙа ҡайыштар ярҙамында беркетелгән ат япмаһы ҡулланылған, ә хәҙерге эйәрҙәр бик ҡатмарлы итеп эшләнә һәм йыш ҡына үтә ҡыйбат тора. Ат һыртына насар яйлаштырылған биллекле эйәр аттың арҡаһын һуғыуы (яралауы) ихтимал[3] [4]. Был хатта башҡорт халыҡ йыры "Тәфтиләү"ҙә лә сағылыш тапҡан:
Аҫтындағы эйәр атҡа тейәр,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, хал(ы)ҡ белә. [5]
Эйәр — хайуандарҙы ҡурсыу һәм һыбайлы өсөн уңайлылыҡ булдырыу маҡсатына хеҙмәт итә. Дөрөҫ эшләнгән эйәрҙә һыбайлының ауырлығы мал һыртына тигеҙ баҫа[6].
Эйәрсе —рус. сёдельщик - эйәр эшләү оҫтаһы.