Экзистенциализм
философиялағы йүнәлеш, йәшәү философияһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Экзистенциали́зм (франц. existentialisme — лат. existentia йәшәү тигәндән), шулай уҡ йәшәү философияһы — XX быуат философияһында кеше йәшәйешенең уникаллегенә иғтибар тартҡан, уны аҡылға һыйышһыҙ тип иғлан иткән йүнәлеш. Экзистенциализм уға яҡын персонализм һәм философик антропология йүнәлештәре менән йәнәш үҫешә.