Энеида
Публий Вергилий Марондың эпик поэмаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Энеи́да» (лат. Aenēis (шулай уҡ инглиз, француз һәм башҡа күп телдәрҙә) рус телендәге атамаһы родительный килеш формаһынан килеп сыҡҡан Aenēidos) латин телендә яҙылған эпик әҫәр, авторы Вергилий. Б. э. т. 29 һәм 19 йылдар араһында яҙылған, легендар троя геройы, Троя ҡолатылғандан һуң, үҙ халҡының ҡалдыҡтары менән Италияға күскән Эней тарихына арналған.
Ҡыҫҡа факттар Жанр, Автор ...
Ябырға
Поэма Римдең аллалар тарафынан алдан билдәләнгән сығышын күрһәтә, шулай уҡ Энейҙың вариҫы Октавиан Августы данлай. Поэмала Рим менән Карфаген араһындағы мәңгелек дошманлыҡты нигеҙләгән, шулай уҡ латиндар барлыҡҡа килеүе менән бәйле легендалар килтерелә.