Эссен (нем. Essen [ˈɛsən]) — Германияның көнбайышында Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге ҡала. Ҡала Рур өлкәһе һәм Рейн-Рур төбәктәренең үҙәгендә урынлашҡан. Кёльн, Дюссельдорф һәм Дортмундтан һуң ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала һәм мөһим иҡтисади үҙәктәрҙең береһе. Дюссельдорф административ округы составында 570 мең халҡы менән бойондороҡһоҙ ҡала булып, Эссен ГФР-ҙың эре ҡалалары исемлегендә туғыҙынсы урынды биләй. Эссен эре сәнәғәт концерны үҙәге булараҡ билдәле, ә 1972 йылдан, ҡалала күп профилле университет ойошторолғас, ул илдә Юғары мәктәптең мөһим үҙәге лә булып тора. 2003 йылда Эссен университетын Дуйсбург университеты менән берләштергәс, студенттар һаны буйынса был уҡыу йорто Германия университеттары араһында туғыҙынсы урынды биләй. 1958 йылдан Эссен шулай уҡ католик епархия үҙәге.
Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Ҡыҫҡаса атамаһы ...
Эссен |
нем. Essen |
Флаг | Герб |
| |
|
|
Рәсми атамаһы |
Essen |
Ҡыҫҡаса атамаһы |
E[1] |
Архивы хранятся в |
Luisenschule Essen[d] |
Дәүләт |
Германия[2] |
Административ үҙәге |
Gau Essen[d] |
Административ-территориаль берәмек |
Дюссельдорф[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан |
Рур[d] һәм Дайльбах[d] |
Хөкүмәт башлығы |
Томас Куфен[d] |
Ойошма ағзаһы |
association for pedestrian and bicycle-friendly cities, townships and districts in North Rhine Westphalia[d][3], Climate Alliance[d][4], Emschergenossenschaft[d][5], Мэры за мир[d][6], Städtetag Nordrhein-Westfalen[d][7] һәм краевой союз Рейнланд[d] |
Халыҡ һаны |
584 580 кеше (31 декабрь 2022)[8] |
Ир-егеттәр |
283 169[9] |
Ҡатын-ҡыҙҙар |
299 246[9] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек |
116 метр |
Туғандаш ҡала |
Сандерленд[d], Тампере[d][10][11], Гренобль, Түбәнге Новгород, Тель-Авив һәм Забже[12] |
Милке |
Essener Verkehrs-AG[d], Stadion Essen[d], Стадион им. Георга Мельхеса[d] һәм Ruhrbahn[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы |
Эссенская ратуша[d], Эссен, Дюссельдорф[d], Төньяҡ Рейн-Вестфалия, Германия |
Сиктәш |
Эннепе-Рур[d], Оберхаузен[d], Мюльхайм-ан-дер-Рур[d], Меттман[d], Бохум[d], Гельзенкирхен[d], Реклингхаузен[d], Ботроп[d], Фельберт[d] һәм Хайлигенхаус[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
|
Майҙан |
210,34 км² (2016)[13] |
Почта индексы |
45127–45359 |
Рәсми сайт |
essen.de |
Тасуирлау биттәре |
kek-online.de/medienkonz… |
|
Портал открытых данных |
Essen Open Data Portal[d] |
Тема иҡтисады |
economy of Essen[d] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр |
18 754 |
Урындағы телефон коды |
201 һәм 2054 |
Номер тамғаһы коды |
E |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы |
Категория:Похороненные в Эссене[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория |
Category:Views of Essen[d] |
|
Эссен Викимилектә |
Ябырға
845 йылда Рур йылғаһы буйында ҡатын-ҡыҙҙар штифты (затлы сығышлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярым монастырь) кеүек барлыҡҡа килеп, Эссен беҙҙең ваҡытта «Рейн ерҙәренең край союзы» (Ландшафтсфербанд Райнланд, Landschaftsverband Rheinland) һәм «Рур төбәге союзы» (Регионалфербанд Рур, Regionalverband Ruhr) ағзаһы булып тора. «Рур 2010 — Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» проекты сиктәрендә Эссен был проектта бөтә Рур төбәген күрһәтеп, «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» тип һайлана.
Яҡынса 800 йылда Изге Людгер хәҙерге заман ҡалаһы сиктәрендә ирҙәр монастыры Верденға нигеҙ һала, ул иртә христиан яҙыуының мөһим үҙәге була.