ЮХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЮХЛ 2017/2018 йылдар миҙгелендә — Юғары хоккей лигаһының һигеҙенсе беренселеге. Был чемпионат ЮХЛ-дың РХФ етәкселегендә үткән икенсе миҙгеле. Миҙгел 2017 йылдың 8 сентябрендә «Торпедо» һәм «Зауралье» хоккей клубтарының осрашыуы менән башлана һәм 2018 йылдың апрель айында Владимир Петров исемендәге кубок өсөн финал уйындары менән тамамлана. Был трофей элек Братина кубогы тип атала ине.
Башы | 8 сентябрь 2017 |
---|---|
Аҙағы | 27 апрель 2018 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 702 |
Асыш кубогы еңеүсеһе | Зауралье (Ҡурған) |
Чемпионат еңеүсеһе | Динамо (Санкт-Петербург) (126) |
Бомбардир | Никита Сетдиков (53) |
Плей-офф | |
Братина кубогы еңеүсе | Динамо |
Финалист | СКА-Нева |
Серияла иҫәп | 4 : 2 |
Плей-офф MVP | Александр Самонов |
ЮХЛ миҙгелдәре | |
←2016/17 | 2018/19→ |
Был миҙгелдән башлап Лига клубтарының составында 29 йәштән өлкәнерәк биш уйынсы ғына була ала[1].
Йыл һайын асыҡ һауала үткәрелә торған «Рус классикаһы» 28 ғинуарҙа Ҡурғанда урындағы «Зауралье» һәм Төмәндән «Рубин» хоккей клубтары араһында үтә, һәм ҡунаҡтар 4:0 иҫәбе менән еңеүҙе яулай.
Даими миҙгелдең еңеүсеһе итеп 126 мәрәй менән Санкт-Петербургтан «Динамо» таныла, икенсе урында «СКА-Нева», өсөнсөлә — Әлмәттән «Нефтяник».
Лига составын Учалынан «Горняк», Һамарҙан ЦСК ВВС, Ҡытайҙан ике команда «КРС Хэйлунцзян» һәм «Ценг Тоу» хоккей клубтары тулыландыра. Шулай уҡ КХЛ-дан «Металлург» хоккей клубы ҡыуылғас, был команда ЮХЛ-да сығышын дауам итә. Лига составынан киреһенсә Һарытауҙан «Кристалл», Тверҙән ТХК, үткән миҙгелдең чемпионы Балашиханан «Динамо» һәм Волжск ҡалаһынан «Ариада-НХ» хоккей клубтары сыға.
Петров кубогын тәү тапҡыр Санкт-Петербургтан «Динамо» еңә. Улар финалда «СКА-Нева» хоккей клубын 4-2 иҫәбе менән ота. «Динамо» ҡапҡасыһы Александр Самонов плей-оффта иң ҡиммәтле уйынсы тип таныла.
25 апрелдә Петров кубогының финалында бишенсе осрашыуҙа «Динамо» менән «СКА-Нева» еңеүсене тик алтынсы овертаймда еңеүсене билдәләй. Уйын дөйөм алғанда 163 минут һәм 36 секунд дауам итә — был ил тарихында иң оҙаҡ барған хоккей осрашыуы[2].