Юпитер
Ҡояш системаһындағы иң ҙур планета / From Wikipedia, the free encyclopedia
Юпитер (символы: ) — Ҡояш системаһындағы иң ҙур планета. Ҡояштан бишенсе урында урынлашҡан. Ҡояш системаһындағы бөтә планеталарҙың суммар массаһынан Юпитер ике тапҡыр ауырыраҡ. Сатурн, Уран, Нептун менән бергә Юпитер газ гиганты тип квалификациялана.
Юпитер | |||||||||||||||||||||||
Юпитерҙың 1979 йылда «Вояджера-1» фотолары нигеҙендә эшләнгән яҡшыртылған рәсеме | |||||||||||||||||||||||
Орбита характеристикалары | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Перигелий |
7,405736·108 км | ||||||||||||||||||||||
Афелий |
8,165208·108 км | ||||||||||||||||||||||
Ҙур ярымкүсәр (a) |
7,785472·108 км | ||||||||||||||||||||||
Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,048775[1] | ||||||||||||||||||||||
Әйләнеүҙең сидерик периоды |
4332,589 көн (11,8618 года)[1] | ||||||||||||||||||||||
Әйләнеүҙең Синодик периоды |
398,88 көн[1] | ||||||||||||||||||||||
Орбита тиҙлеге (v) |
13,07 км/с (средн.)[1] | ||||||||||||||||||||||
Ауышлығы (i) |
1,03° (относительно эклиптики) | ||||||||||||||||||||||
Долгота восходящего узла (Ω) |
100,55615°[1] | ||||||||||||||||||||||
Перицентр аргументы (ω) |
275,066° | ||||||||||||||||||||||
Юлдаштары |
67 | ||||||||||||||||||||||
Физик характеристикалар | |||||||||||||||||||||||
Поляр ҡыҫылышы |
0,06487[1] | ||||||||||||||||||||||
Экватор радиусы |
71 492 ± 4 км[1] | ||||||||||||||||||||||
Поляр радиусы |
66 854 ± 10 км[1] | ||||||||||||||||||||||
Уртаса радиус |
69 911 ± 6 км[3] | ||||||||||||||||||||||
Өҫлөк майҙаны (S) |
6,21796·1010 км² | ||||||||||||||||||||||
Күләме (V) |
1,43128·1015 км³ | ||||||||||||||||||||||
Массаһы (m) |
1,8986·1027 кг | ||||||||||||||||||||||
Уртаса тығыҙлығы (ρ) |
1,326 г/см³[1] | ||||||||||||||||||||||
Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) |
24,79 м/с² (2,535 g) | ||||||||||||||||||||||
Икенсе космик тиҙлек (v2) |
59,5 км/с[1] | ||||||||||||||||||||||
Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге |
12,6 км/с йәки 45 300 км/ч | ||||||||||||||||||||||
Әйләнеү периоды (T) |
9,925 часа[1] | ||||||||||||||||||||||
Күсәр ауышлығы |
3,13° | ||||||||||||||||||||||
Прямое восхождение северного полюса (α) |
17 ч 52 мин 14 с | ||||||||||||||||||||||
Төньяҡ полюс ауышлығы (δ) |
64,496° | ||||||||||||||||||||||
Альбедо | |||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||
Атмосфера | |||||||||||||||||||||||
Атмосфера баҫымы |
20—220 кПа[4] | ||||||||||||||||||||||
Бейеклек шкалаһы |
27 км | ||||||||||||||||||||||
|
Планета кешеләргә бик борондан билдәле, был месопотамия, вавилон, грек һәм башҡа халыҡтарҙың мифологияларында һәм төрлө дини ышаныуҙарында сағылыш таба. Юпитерҙың хәҙерге атамаһы боронғо Римдең йәшен уҡтарын атыусы Аллаһы исеменән алынған.
Юпитерҙағы ҡайһы бер атмосфера күренештәре: шторм, йәшен, поляр балҡыштар үҙҙәренең масштабы буйынса ерҙәге ошондай күренештәрҙән байтаҡҡа көслөрәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уның атмосфераһында барлыҡҡа килгән Ҙур ҡыҙыл тап — XVII быуаттан алып билдәле булған гигант шторм.
Юпитерҙың кәмендә 79 юлдашы бар[5], шуларҙың иң эреләре — Ио, Европа, Ганимед һәм Каллисто — уларҙы Галилео Галилей 1610 йылда аса.
Юпитер ерҙәге һәм йыһандағы орбиталь телескоптар ярҙамында тикшерелә; 1970-се йылдарҙан алып планетаға NASA-ның «Пионер», «Вояжер», «Галилео» һәм башҡа планета-ара аппараттары (бөтәһе һигеҙ) ебәрелә.
Бөйөк ҡапма-ҡаршы тороштар (Марстың Ергә иң яҡын килгән хәле) ваҡытында (уларҙың береһе 2010 йылдың сентябрендә була) ябай күҙ менән ҡарағанда төнгө күктә Юпитер Ай менән Венеранан ҡала иң сағыу есем булараҡ күренә. Юпитер дискы һәм юлдаштары — бер нисә асыш яһаған һәүәҫкәр астрономдар өсөн популяр күҙәтеү объекты. Һәүәҫкәр астрономдар, мәҫәлән, 1994 йылда Юпитерға килеп бәрелгән Шумейкер-Леви кометаһын аса, ә 2010 йылда Юпитерҙың Көньяҡ экваториаль бүлкәтенең юҡҡа сығыуын билдәләй.