Ғаилә
туғандаштар төркөмө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғаилә — тарихи аныҡ ойошҡанлыҡҡа эйә булған, ағзалары никах йәки туғанлыҡ (һәм тәрбиәгә алған балаларға) мөнәсәбәте менән бәйле, уртаҡ көндәлек тормош, үҙ-ара әхлаҡи яуаплылыҡ һәм социаль зарурлыҡ менән йәшәгән социаль төркөм. Ғаилә йәмғиәттең халыҡ һанын арттырыу ихтыяжы шарты менән булдырыла.
Ғаилә | |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | глава семьи[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | Социология семьи[d] |
URL | rdaregistry.info/Element… |
Һештег | family |
Юникод диапазоны | U+1F46A-1F46D |
Өлөшләтә тура килә | семья по выбору[d] |
Ғаилә Викимилектә |
Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгән күп кеше өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора. Йәмғиәттең һәр ағзаһы тыуған көнөнән һуңғы көнөнә тиклем социаль статусынан, милләтенән, мөлкәтенән һәм матди хәленән тыш, ғаилә-никах хәле тураһында характеристикаға эйә. Бала өсөн ғаилә — физик, психик, эмоциональ, интеллектуаль уҫеше өсөн мөхит. Өлкән кеше өсөн ғаилә ихтыяжын ҡәнәғәтлендереү сығанағы, төрлө һәм ҡатмарлы талаптар ҡуйыусы кесе коллектив. Кешенең йәшәү циклында уның ғаиләләге статусы һәм бурысы үҙгәрә.