Ғәббәс I
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәббәс I, Ғәббәс шаһ (фарс. شاه عَباس بُزُرگ; әзерб. I Abbas Səfəvi[1][2]; (27 ғинуар 1571 йыл, Герат (ҡала) — 19 ғинуар 1629 йыл, Казвин) — Сәфәүиҙәр нәҫеленән Фарсы шаһы[3], 1587—1629 йылдарҙа хакимлыҡ итә[3].
Ғәббәс I (Бөйөк Ғәббәс I) | ||||
фарс. شاه عباس بزرگ әзерб. I Abbas Səfəvi | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
май 1587 — 19 ғинуар 1629 | ||||
(под именем Ғәббәс I) | ||||
Алдан килеүсе: | Мөхәммәт Худабенде | |||
Дауамсы: | Сәйфи I | |||
Вариҫы: | улы | |||
Дине: | Ислам, Шиғыйҙар | |||
Тыуған: | 27 ғинуар 1571({{padleft:1571|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) Герат, Сәфәүиҙәр | |||
Үлгән: | 19 ғинуар 1629({{padleft:1629|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (57 йәш) Казвин, Иран | |||
Ерләнгән: | Imamzadeh Habib ibn Musa (Kashan)[d] | |||
Нәҫел: | Сәфәүиҙәр | |||
Атаһы: | Мөхәммәт Худабенде | |||
Әсәһе: | Махди Улья | |||
Ҡатыны: | Мезди-Улья бейим, Огланпаша ханым, Яхшен Султан, Тинатин (Лейли) Султан | |||
Балалары: | улдары: Мухаммедбагыр Фейзи Мирза, Хасан Мирза, Хусейн Мирза, Тахмасиб Мирза, Мухаммед Мирза, Исмаил Мирза, Имамгулу Мира ҡыҙҙары: Шахзаде Султан, Зибайде Султан, Ханага Султан, Хевва Султан, Шахбану Султан, Мелекнисе Султан | |||
Оло реформатор һәм полководец Ғәббәс дәүләт ҡоролошон тамырынан үҙгәрткән сәйәси һәм иҡтисади реформалар үткәрә һәм төрөктәр, үзбәктәр менән һуғыштар алып бара, элек юғалтҡан территорияларҙы кире ҡайтара. Асылда, уға мираҫҡа ҡалған һәм тулыһынса тиерлек емерелгән Сәфәүиҙәр державаһын үҙәкләштерелгән абсолютист монархияға әйләндерә. Ғәббәс хакимлыҡ иткән дәүерҙә Сәфәүиҙәр дәүләте ҙур үҫеш кисерә һәм көнбайышта Тигр йылғаһынан алып, көнсығышта Кандагарға (Афғанстан) тиклем һуҙыла. Шиғый мосолман булараҡ, Ғәббәс һәр ваҡытта ла сөнни мосолмандарҙы эҙәрлекләй. Әммә, европалы христиандарға дини түҙемлек күрһәтә. Ғәббәс юлдар, күперҙәр, каналдар төҙөүҙе ҡеүәтләй, ҡалаларҙы биҙәү һәм келәм һуғыу эшен үҫтерә. Уның хакимлығы осоронда, 1598 йылда, баш ҡала Казвиндан Исфаханға күсерелә. Ғәббәс уҫал, деспот хаким булһа ла, тере сағында ла уны поданныйҙары Бөйөк тип йөрөтә