Ҙур ала тумыртҡа[1][2] (лат. Dendrocopos major) — тумыртҡалар ғаиләһендәге ҡош.
Ҙур сыбар тумыртҡа, туҡран, туҡыртма. Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ҡара ҡанаттарында аҡ һыҙыҡтар бар, һырты ҡара. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Түбәһе һәм ҡойроҡ аҫты сағыу ҡыҙыл. Суҡышынан аҫҡараҡ төшкән ҡара һыҙыҡ, ике; яҡтан килеп, елкәһендә тоташа. Ваҡ ала тумыртҡанан байтаҡ ҙур.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Ҙур ала тумыртҡа |
Самец |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Dendrocopos major (Linnaeus, 1758)
|
Ареал |
---|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 141705
|
|
Ябырға
Тауышы яңғырауыҡлы әсе: «кик-кик-кик».
Урманда йәшәй. Ағастағы бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана[3] Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Урманда оя ҡороусы ваҡ ҡоштарға буш ағас ҡыуышы ҡалдырып, урман экологияһында мөһим роль уйнай[4]. Көҙ һәм ҡыш ҡош үҫемлектәр менән туҡлана. Ылыҫлы тоҡомдары булған урмандарҙа уларҙың төп аҙығы — ҡарағай, шыршы һәм ҡарағас орлоҡтары. Тубырсыҡты суҡыу өсөн махсус бүленгән урын — ағас айырсаһы, ҡабыҡтағы ярыҡ файҙаланыла. Көньяҡ киң япраҡлы урмандарҙа тумыртҡа сәтләүек һәм һөйәкле емештәрҙе аҙыҡ итеп ҡулланалар.
Үрсеү миҙгеле март аҙағынан июнгә тиклем. Оя ҡороу алдынан ҡоштар шау-шыу күтәрә. Ике ҡош бер-бер артлы ике аҙна тирәһе баҫа. Ҡош балаларының башта тауышы ишетелмәй, әммә оянан осоп китеү алдынаш ҡысҡырыша башлайҙар. Июнь айында 3 аҙна самаһы булғас, оянан осоп сығалар.