Ҡамыр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡамыр — икмәк бешереүҙә, ҡалас, кондитер һәм макарон етештереүҙә, шулай уҡ өй шарттарында ҡамыр ашамлыҡтары әҙерләгәндә ҡулланылған төп ярымфабрикат. Ул онға төрлө ингредиенттар ҡушып баҫылған ҡатнашма. Ҡамыр ондан тыш тағы ла һыу, һөт, сүпрә, аш тоҙо, шәкәр, май, йомортҡа ҡушып баҫыла[1]. Ҡамырҙың составында аҡһымдар, углеводтар, майҙар (диетология), кислоталар, тоҙҙар һәм башҡа сикләнгән күләмдә ҡабартыусы коллоидтар, суспензиялар һәм эретмәләр хәлендәге матдәләр була[2].
Икмәк заводы һәм комбинаттарында арыш ононан икмәк бешергәндә, ҡағиҙә булараҡ, әсетке (икмәк башы) ҡулланалар[3]. Бойҙай ононан икмәк ашамлыҡтары әҙерләгәндә йышыраҡ сүпрә ҡулланыла. Был осраҡта сүпрә ярҙамында алдан шыйыҡ әсетке ҡуйып, аҙаҡ ҡамыр баҫалар[4].