Ҡояш сәғәте
гномондан (таяҡтан) төшкән күләгә оҙонлоғоноң үҙгәреүе һәм уның циферблат буйлап хәрәкәте буйынса ваҡытты билдәләү өсөн ҡоролма / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡояш сәғәте — гномондан (таяҡтан) төшкән күләгә оҙонлоғоноң үҙгәреүе һәм уның циферблат буйлап хәрәкәте буйынса ваҡытты билдәләү өсөн ҡоролма. Был сәғәттәрҙең барлыҡҡа килеүе кеше теге йәки был предметтарҙан төшкән ҡояш күләгәһенең оҙонлоғо һәм торошо араһындағы үҙ-ара бәйләнеш булыуын аңлағас барлыҡҡа килгән.
Иң ябай ҡояш сәғәттәре урындағы уртаса ҡояш ваҡытын түгел, ә урындағы ысын ҡояш ваҡытын күрһәтә, һәм рәсми ваҡыт менән урындағы ҡояш ваҡыты араһындағы айырманы иҫәпкә алмай. Ҡояш сәғәте менән көндөҙ генә асыҡ күктә, йәки еңел болотло, аныҡ күләгә барлыҡҡа килеүгә ҡамасауламаған осраҡта ғына файҙаланырға мөмкин. Ҡояш сәғәттәренең теүәллеген арттырыу өсөн ваҡыт формулаһы буйынса төҙәтмәне иҫәпкә алырға кәрәк.
Әлеге ваҡытта ҡояш сәғәте ҡулланылмай тиерлек, башҡа сәғәттәргә өҫтөнлөк бирелә.