Ҡунаҡхана
Аргентинаның Буэнос-Айрес портында 1906 һәм 1911 йылдар араһында иммигранттарға ярҙам итеү маҡсатында төҙөлгән ҡунаҡхана / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡунаҡхана (франц. hôtel) — хеҙмәттәр йыйылмаһын күрһәткән (минимум — урынды, номерҙы һәм санузелды йыйыштырыу) берҙәм етәкселеге булған, билдәле бер һандағы бүлмәләрҙән торған торлаҡ. Күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәргә һәм бүлмәләрҙе йыһазландырыуға ярашлы, ҡунаҡханалар төрлө кластарға бүленә. Рәсәйҙәге осһоҙло ҡунаҡхананың тарихи исеме — юлаусы йорто.
Ҡыҫҡа факттар Был объекттан күренештәр категорияһы ...
Ҡунаҡхана | |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from hotels[d] |
---|---|
Ҡунаҡхана Викимилектә |
Ябырға
Ҡунаҡхана менән бәйле һөнәрҙәр:
- отельер — ҡунаҡхана менән дөйөм идара итеү;
- портье — ҡабул итеү бүлмәһендә осрашыу һәм килеүселәрҙе урынлаштырыу менән етәкселек итеүсе;
- хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ — ҡунаҡхана бүлмәләрен йыйыштырыусы;
- йөк ташыусы — багажды номерҙан, номерға тиклем күсереүсе.
- консьерж — ҡунаҡтарҙың уңайлығын һәм уларҙың нимә теләгәнен хәстәрләгән кеше.
- баш ашнаҡсы — ресторанда аш-һыу бүлмәһендәге эште контролдә тотҡан кеше.
- официант — ҡунаҡтарҙы ресторанда йәки кафела хеҙмәтләндергән кеше.