Ҡырым
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырым (рус. Крым, укр. Крим, ҡырымтат. Qırım, Къырым; шулай уҡ — Ҡырым ярымутрауы, рус. Крымский полуостров, укр. Кримський півострів, ҡырымтат. Qırım yarımadası, Къырым ярымадасы, элегерәк — Таврида (грек. Ταυρίδα)) — Ҡара диңгеҙҙең төньяғындағы ярымутрау, төньяҡ-көнсығыштан Аҙау диңгеҙе менән йыуыла.
Ҡырым | |
---|---|
урыҫ Крым, укр. Крим, крымскотат. Qırım, Къырым | |
Характеристикалары | |
Майҙаны | 27 000 км² |
Иң бейек нөктәһе | 1545 м |
Урынлашыуы | |
45°24′ с. ш. 34°00′ в. д._type:isle HGЯO | |
Йыуыусы акватория | Аҙау диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ |
Ҡырым Викимилектә |
Ярымутрауҙың күпселек өлөшө Рәсәй менән һәм Украина араһындағы территориялар буйынса бәхәсле булып тора. Ҡырым Рәсәй Федерацияһына ҡушылды, һәм ул 2014 йылдың мартынан Рәсәй Федерацияһы котролендә. БМО-ға ҡараған илдәрҙең күпселеге (БМО Генераль Ассамблеяһы Резолюцияһы 68/262) бөтөн Ҡырымды Украина өлөшө тип ҡарауҙы дауам итә[1][2].
Рәсәйҙең федератив ҡоролошона ярашлы, Ҡырымдың бәхәсле территорияһында Рәсәй Федерацияһы субъекттары — Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәтендәге ҡала Севастополь урынлашҡан. Украина административ бүленешенә ярашлы, бында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм Севастополь ҡала советына буйһонған территориялар (махсус статустағы Севастополь ҡалаһы) инә. Арабат уғының төньяҡ өлөшө Украинаның Херсон өлкәһенә ҡарай һәм территориаль бәхәстәр объекты булып һанала.