Ҡышҡы спорт төрҙәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡышҡы спорт төрҙәре — ҡышҡы һалҡын айҙарҙа уйнала торған спорт төрҙәре[1]. Был спорт төрҙәренә саңғыла, конькиҙа, санала шыуыу кеүек спорт төрҙәре инә.
Ҡышҡы спорт төрҙәре | |
Ҡапма-ҡаршыһы | йәйге спорт төрҙәре[d] |
---|---|
Ҡышҡы спорт төрҙәре Викимилектә |
Ҡышҡы спорт төрҙәре ғәҙәттә ҡышҡы һыуыҡтар ноль градустан түбән булған һалҡын яҡтар өсөн хас. Әммә яһалма ҡар һәм яһалма боҙ булыуы, хәҙерге көндә бындай сараларҙы төрлө климат шарттарында ла үткәрергә мөмкинлек бирә.
Яһалма боҙ эҫе климат шарттарында ла конькиҙа шыуыуҙы һәм хоккей уйнауҙы тәьмин итеү өсөн ҡулланыла.
Дөйөм ҡышҡы спорттың шәхси төрҙәренә саңғы ярыштары, тау саңғыһы, сноуборд, саңғы кейгән килеш трамплиндан һикереү, конькиҙа йүгереү спорты, фигуралы шыуыу, сана спорты, скелетон, бобслей һәм аҡар саналарында шыуыу инә.
Дөйөм команда спорт төрҙәренә шайбалы хоккей, керлинг һәм туплы хоккей ҡарай.
Әгәр ҡатнашыусылар һаны буйынса ҡараһаң, хоккей донъяла иң популяр ҡышҡы спорт төрө булып тора. Популярлыҡ буйынса уның артынан туплы хоккей килә[2].
Ҡышҡы спорт төрҙәре күпселек осраҡта, Ҡышҡы Олимпия уйындары ише, үҙҙәренең мультиспорт турнинҙарын булдырғандар.